Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Көҙгө каникул осоронда төп хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөгөҙ
30 Октябрь 2017
270
Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулдары башлана. Статистиканан күренеүенсә, был осорҙа балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ теркәлә. Юлда, һыу буйында, уйын майҙансыҡтарында көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл балалар ҡатнашлығында 344 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, аварияларҙа 21 бала һәләк булған. Шуға балағыҙҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән ҡайтанан таныштырығыҙ, уның кейеменә яҡтыртҡыс таҫмалар тағып ҡуйығыҙ.
Ҡыш етеү менән балалар араһында имгәнеү осраҡтары ла арта. Боҙлауыҡ ваҡытында балағыҙға аяҡ аҫтына ҡарап йөрөү һәм хәүефле урындарҙы урап үтеү кәрәклеге тураһында әйтегеҙ, боҙҙа таймаған аяҡ кейеме алырға тырышығыҙ.
Тәүге һалҡындар менән балалар йылға-күлдәрҙә боҙҙа шыуырға ярата. Балағыҙға беренсе боҙ ҡурҡыныс булыуы тураһында иҫкәртегеҙ, һыу буйында йөрөмәҫкә ҡушығыҙ.
Каникул дауамында Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты атай-әсәйҙәргә балаларығыҙға ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен йышыраҡ хәтерҙәренә төшөрөп торорға кәңәш итә. Был осраҡта улар хәүефле хәлдәргә тарымаҫ һәм имен булыр. Ә иң мөһиме – балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
