Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛДӘР БУЙЫНСА ДӘҮЛӘТ КОМИТЕТЫ

Иглин районында янғын иҫкәртеүсе ҡорамал кеше ғүмерен һаҡлап ҡалды

3 Февраль 2020
49
0

29 ғинуарҙа төнгә ҡарата Иглин районының Оло-түләк ауылында торлаҡ йортта янғын сыҡты. Бәхеткә күрә, был өйҙә янғын иҫкәртеүсе ҡорамал беркәтелгән булған икән. Янғын датчигының тауышы сыҡҡан мәлдә, йортта бер кеше булған һәм сигнал тауышын ишетеп, аптырап ҡалмай ул янғын һүндереүселәрҙе саҡыра һәм үҙ аллы янғынды һүндерә башлай. Һөҙөмтәлә кеше ғүмере һәм мөлкәт һаҡланып ҡалынды. Иҙәндең 1 квадрат метры ғына боҙолдо. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәбе билдәләнә.

Әйтергә кәрәк, янғын иҫкәртеүсе ҡорамалы республика бюджеты иҫәбенән яңғыҙ торған 55 йәштәге өлкән граждандар категорияһы буйынса ҡуйылған.

2016 йылдан алып республикала янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар арҡаһында 343 кешенең ғүмере ҡотҡарылды, уларҙың араһында 134 бала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, янғын датчигы түбәндәге граждандар категорияларына бушлай тәьмин ителә:

– социаль хәүефле хәлдә ҡалған балалы ғаиләләр

– етешһеҙ йәшәгән күп балалы ғаиләләр

– 2018 йылдың 1 ғинуарынан тыуған балаларҙың ғаиләләре

– яңғыҙ торған 55 йәштәге өлкән граждандар

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн янғындарҙың профилактикалау хеҙмәт үҙәгенә эш көндәрендә 9-ҙҙан 6 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефон номеры 8347 280-16-30.

Бөтә республика халҡына йорттарҙа үҙаллы ошо минисиреналарҙы урынлаштырырға тәҡдим итәбеҙ. Файҙалы һәм 250 һумлыҡ ҡорамалды электр махсус магазиндарҙа һатып алырға мөмкин.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был ҡорамал ҡайғы-хәсрәттән ҡотолорға ярҙам итер, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыр!

Янғын сыҡҡан мәлдә берҙәм «112» номеры буйынса ярҙам хеҙмәтен саҡырығыҙ!

  • Иглин районында янғын иҫкәртеүсе ҡорамал кеше ғүмерен һаҡлап ҡалды