Республика дини йорттары онлайн-режимға күсте
Бынан ары йома намаҙын, вәғәздәрҙе интернет аша тыңларға мөмкин. Ә православ динлеләр яҡынлашып килгән байрамдарын өйҙәрендә уҙғарасаҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Республика мәсеттәрендә күмәкләп намаҙ уҡыуҙар ваҡытлыса туҡтатылһа ла, аҙандың тынғаны юҡ. Ә инде саҡырыуҙан һуң, имамдың ауылдаштарын өйҙә ҡалыуын һорауы ғәҙәти булмаған күренеш.
Был халыҡты ҡурҡытыу йәһәтенән түгел, ә хәүефле сирҙән аралау өсөн булдырылған махсус сара.
Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла ирекмәндәр хәрәкәте булдырылған. Был йәһәттән, оло йәштәгеләргә, аҙ тәьмин ителгән һәм күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итергә теләүселәр Башҡортостан Мосолмандары Диниә назараты махсус уҡыуҙар ойошторҙо. Улар рәсми сайт аша онлайн режимда белем алып сертификатлы булған.
Изге Рамаҙан айына тиклем кәм тигәндә ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Республика мосолмандары тәрәүих намаҙ, йәмәғәт ифтарҙары мәсеттәрҙә ойоштормауы ихтимал. Әлегә был яҡынса күҙалланауҙар. Ә Православ динлеләр халыҡты сиркәү һәм башҡа дини йорттарҙа бөтөнләй ҡабул итмәүҙәре мәғлүм. 11 һәм 19 апрелдә билдәләйәсәк байрамды улар өйҙәрендә үткәрәсәк.
Митрополит Никон һәм патриах дин әһелдәрен өйҙәренән сыҡмай ғына ғибәҙәт ҡылырға саҡыра. Бындай ваҡытта үҙизоляция режимын һаҡлау мөһим. Оло байрамдарҙа ла сиркәү, ғибәҙәтханалар ҙа халыҡты ҡабул итмәйәсәк.
Бар эштәр ҙә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән мөрәжәғәте нигеҙендә башҡарыла.
Әгәр инде, берәй һорау тыуған осраҡта халыҡ иман йорттары менән телефон аша бәйләнешкә инә ала. Урамға бер ниндәй сәбәпһеҙ сығып йөрөмәҫ өсөн. Ололарға, шул иҫәптән балаларға ла карантин индерелде. Иң мөһиме халыҡ үҙизоляция тәртибендә ҡалып, хәүефле вирустан һаҡланһын.
Азат Ғәлиуллин.
